+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Әйҙә уйнарға!

 "Әйҙә уйнарға!" фестивален асыу тантанаһына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Федерация советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Балалар тауарҙары индустрияһы предприятиелары ассоциацияһы президенты Антонина Цицулина килде.

Әйҙә уйнарға!Әйҙә уйнарға!
Әйҙә уйнарға!

- Ҡәҙерле дуҫтар, хәрмәтле ҡунаҡтар! Был фестивалде беҙ балалар өсөн ойошторабыҙ, шуға ла өлкәндәргә, ата-әсәләргә, өләсәй-олатайҙарға, балаларығыҙҙы бында алып килегеҙ, ниндәй уйынсыҡтар барлығын күрһендәр, тип мөрәжәғәт итәм. Балаларҙы тәрбиәләүҙә уйынсыҡтарҙың ниндәй мөһим роль уйнағанын яҡшы аңлайбыҙ. Тәрән мәғәнәле, әхлаҡи ҡараштарға яуап биргән һәйбәт уйынсыҡтар һәйбәт балалар тәрбиәләйәсәк. Быға етди ҡарарға тейешбеҙ, - тине Радий Фәрит улы. 

Ә Лилиә Салауат ҡыҙы "Әйҙә уйнарға!" фестивален ойоштороу идеяһын тәҡдим иткән Башҡортостан Башлығына фестивалдең тауар билдәһе танытмаһын тапшырҙы.

Совет майҙаны бөгөн уйынсыҡтар, уйындар иленә әүерелде. Күргәҙмәлә ниндәй генә тәтәйҙәр юҡ?! Кескәйҙәр улар менән рәхәтләнеп уйнай, тотоп ҡарай. Әлбиттә, һатып алыу мөмкинлеге лә бар. 

Йәнһүрәт геройҙары ла килгән. 5 июндә  «Союзмультфильм» майҙансығында Винни-Пух һәм уның дуҫтары килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршы ала. Унда оҫталыҡ дәрестәре үтә. «Әкиәттә ҡунаҡта» тигән анимация программаһы буласаҡ.

Балалар уйнай, ә өлкәндәр уйын һәм уйынсыҡтарҙың тәрбиәүи әһәмиәте тураһында етди һөйләшеүгә йыйыласаҡ.

Автор фотолары һәм видеоһы.

Әйҙә уйнарға!
Әйҙә уйнарға!
Әйҙә уйнарға!
Әйҙә уйнарға!
Әйҙә уйнарға!
Әйҙә уйнарға!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас