

Өфөнән Нәфис Әхмәтрәхимов ысын Карло атай, тиерһең. Ул ағастан уйынсыҡтар, башватҡыстар эшләй. Әлеге шөғөлө өсөн ул мәктәптә ағас менән эш итергә өйрәткән хеҙмәт уҡытыусыһы Басир Фәзрахмановҡа рәхмәтле. Үҫмер йылдарында ағастан үҙе яһаған машина һәм башҡа уйынсыҡтар менән уйнаған һәм был ғүмерлек шөғөлө булып киткән. Һатырға кубик-рубиктар ҙа эшләй.
Хәҙер инде уның тәтәйҙәре менән балалары Сыңғыҙ һәм Һомай ҙа уйнай. Был атай кешене бигерәк тә ҡыуандыра.
Совет майҙанында барған фестивалдә 150 һөнәрсенең эштәре менән танышырға мөмкин.