

«Әйҙә, уйнарға!» фестивалендә Санкт-Петербургтан килгән «СмешBand» музыкаль проекты концерт ҡуйҙы. «Смешарики» мультсериалының композиторҙары ойошторған төркөм Өфөлә «От винта!» тип исемләнгән тамаша менән сығыш яһаны.
Балалар яратҡан мультфильмдарҙан хиттар яңғыраны. Артистар менән фестивалгә йыйылған халыҡ бергә ҡушылып йырлап, бейеп күңел асты. Тауыш актерҙары Сергей Мардаря (Кар-Карыч, Совунья), Михаил Черняк (Пин, Копатыч, Лосяш) һәм Вадим Бочанов (Бараш) сығыштарын тамашасылар көслө алҡыштарға күмде.
«СмешBand» 2015 йылда барлыҡҡа килгән һәм шул ваҡытта төрлө быуын тамашасылары өсөн ҙур шоуға әүерелгән. Коллектив «Смешарики»нан ғына түгел, ә «Малышарики» һәм «Летающие звери» кеүек популяр мультсериалдарҙан да хиттар башҡарҙы.
Фото: «Әйҙә, уйнарға!» фестивале матбуғат хеҙмәте.