+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Боронғо башҡорт уйындарын да уйнанылар

«Әйҙә уйнарға» фестивалендә этнограф, тарих фәндәре кандидаты Гөлкәй Шаһапова башҡорт халҡының онотолған уйындары хаҡында һөйләне.  

Боронғо башҡорт уйындарын да уйнаныларБоронғо башҡорт уйындарын да уйнанылар
Боронғо башҡорт уйындарын да уйнанылар
Уның әйтеүенсә, уларҙың күбеһе боронғо йолаларҙан барлыҡҡа килгән. Ә был уйындарҙы фестивалдә беренсе тапҡыр өйрәнгән балалар үҙҙәренең милли үҙенсәлеген тоя ала.
 
- Һәр традицион йәки хәҙерге заман мәҙәниәтендә, уйын - ул балаға донъяны танытыуҙа иң беренсе аҙым. Иң тәүге уйындар баланы хәрәкәт итергә һәм хәрәкәттәрҙе координациялауға өйрәтә. Артабан, дүрт-биш йәштән, балалар иғтибарҙы талап иткән, ҡатмарлыраҡ уйындарға күсә. 4-5 йәштән ҡыҙҙар - биш таш, ә малайҙар – ашыҡ, таяҡтар һәм таштар менән уйнай, - ти Гөлкәй Шаһапова.
Үҫмер саҡта балалар физик яҡтан әүҙем уйындар уйнай башлай. Ә бына хужалыҡ алып барыу күнекмәләрен «ҡыҙ-әсә» («ҡунаҡ саҡырышыу», «өй уйыны») уйынында, ҡурсаҡтар, уларға кейемдәр тегеүҙә күрергә мөмкин.
 
Шулай итеп, уйындар ярҙамында балалар аралашыу, хеҙмәт күнекмәләренә өйрәнә.
- Икенсе төрлө әйткәндә, бала социализациялана, әхлаҡи нормаларҙы үҙләштерә һәм йәмғиәттә үҙ урынын биләй. Уйын аша белем алыу бөтә этностың һаҡланып ҡалыуын, яраҡлашыуын һәм үҫешен аңлата, - тип һығымта яһай Гөлкәй Шаһапова.
Өфөлә «Әйҙә уйнарға» фестивалендә балалар асфальтта таш, бау, бүре һәм хатта һарыҡ һөйәктәре менән мауығып уйнай. Ҡаланың бер генә балалар майҙансығында ла бындай күренеште осратмаҫһың. Ә бит борон был уйындарҙы һәр бала белгән, уйнаған. 
 
Мәғлүмәт һәм фото: aidaigrat2024.

 

Боронғо башҡорт уйындарын да уйнанылар
Боронғо башҡорт уйындарын да уйнанылар
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас