+28 °С
Болотло
VKOKМакс

"Минең әсәйем - Герой!»

Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына «Минең атайым - Герой» иҫтәлекле билдәһе тапшырыла башлағайны. 

"Минең әсәйем - Герой!»"Минең әсәйем - Герой!»
"Минең әсәйем - Герой!»

1 сентябрҙән «Минең әсәйем - Герой!» тигәне лә бирелә башлаясаҡ. «МХО биләмәһендә яугирҙәр менән «Минең атайым - Герой!» тигән иҫтәлекле билдәләр тураһында фекер алыштыҡ. Был награданы тапшырыуҙы дауам итәбеҙ. Әсәләре фронтта хәрби бурысын үтәгән балаларға ла значоктар кәрәк тигән тәнҡит һүҙҙәрен ишеттем. Ике аҙнанан ошо награданы әҙерләй башларға тейешбеҙ. 1 сентябрҙә тантаналы шарттарҙа тапшырабыҙ», — тип белдерҙе ҡала хакимиәте етәксеһе Ратмир Мәүлиев.

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас