

— Мин "Артек"та дүртенсе тапҡыр булдым инде. Был сменаға "Ҙур тәнәфес"тең финалында II урын алыуым, ГТО нормаларын тапшырып, I дәрәжә билдәгә лайыҡ булыуым, "Бейеклек" һәм башҡа конкурстарҙа уңыштарым, Беренселәр хәрәкәте проекттарында әүҙем ҡатнашыуым өсөн эләктем. "Артек" йондоҙо" конкурсында ла дүртенсе тапҡыр ҡатнаштым. Быйылғыһында ғәҙәти булмаған, сағыу, күңелле сығыш әҙерләргә булдым да дефиле күрһәттем һәм еңеүгә өлгәштем.
"Артек"ка үҙ өйөмә килгән кеүек киләм. Барыһына ла уңыштар теләйем. "Артек"сы исемен йөрөтөү – бик шәп, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша егет. Артур Туймазылағы 2-се мәктәптең IX синыфын тамамлаған.
Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Хәҙерге заманда уҡыусылар өсөн бик күп конкурстар ойошторола, һәләтеңде күрһәтеү өсөн проекттар күп. Ҡатнаш, тырыш ҡына.
Фото: artek.