+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Водитель танытмаһы кәрәк, тиҙәр

Питбайк, эндуро электромотоциклдарын рәсми рәүештә мопедтарға тиңләштерергә уйлайҙар. Улар менән идара итеү өсөн дә водитель танытмаһы алырға кәрәк. 

Водитель танытмаһы кәрәк, тиҙәрВодитель танытмаһы кәрәк, тиҙәр
Водитель танытмаһы кәрәк, тиҙәр

Сөнки ошо мототранспорт төрҙәрен һатыу, ҙур хәүефкә әүерелеп, быйыл 3 тапҡырға артҡан. Тәүге алты айҙа ғына 10 баланың ғүмере өҙөлгән, 235-е ауыр йәрәхәттәр алған. Был былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 30 процентҡа күберәк. 

Дәүләт Думаһының вице-спикеры Борис Чернышов был мәғлүмәттәрҙе Рәсәйҙең эске эштәр министры Владимир Колокольцевҡа мөрәжәғәтендә килтергән. "Беренсе сиратта питбайк һәм эндуроны мопедтарға тиңләштереүҙе кәрәкле һанайым, улар менән идара итеү өсөн дә "М" категориялы водитель танытмаһы булырға тейеш. Әле питбайк алыу өсөн водитель танытмаһы талап ителмәй, шуға балиғ булмағандар уны бер ҡыйынлыҡһыҙ ала", - тиелә документта.

Спорт инвентарҙары исемлегенә индерелеүе лә питбайк һәм эндуроны транспорт төрҙәренә тейешле булған теркәлеү, техник тикшереү үтеү, номер алыу, страховкалау кеүек талаптарҙан азат итә.  Шуға ла, бәлки, атай-әсәйҙәрҙә хәүефһеҙ уйынсыҡ тигән фекер тыуҙыралыр.

Бына шулай, дуҫтар, питбайк, эндуро электромотоциклы автомобиль юлдарында йөрөү өсөн сығарылмаған. Үҫмерҙәрҙең трассаларҙа елдереп, үҙҙәренең һәм башҡаларҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйыуы өлкәндәрҙе уйланырға, ҡәтғиерәк ҡарарҙар ҡабул итергә мәжбүр итә. Был мототранспорт төрҙәрен һатыусыларға, балаларына руль артына ултырыуҙы тыймаған атай-әсәйҙәргә ҡарата ла яуаплылыҡты арттырырға теләйҙәр. 

Беҙҙең республикала иһә октябрь аҙағына тиклем "Не рули, малай!" операцияһы бара. Балиғ булмағандарҙың хәүефһеҙлеге өсөн иғлан ителгән ул.

Фото: admuni.

Водитель танытмаһы кәрәк, тиҙәр
Водитель танытмаһы кәрәк, тиҙәр
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас