

Уның буйынса бөтә ил балалары бер төҫлө, бер фасонлы форма кейергә тейеш тигән талап юҡ. ГОСТ буйынса формалар тәбиғи туҡыманан (синтетика 30 проценттан артыҡ түгел), балалар өсөн уңайлы фасон менән тегелергә тейеш. Һауа үткәреүе, тирләтмәүе, аллергия тыуҙырмауы мөһим.
Мәктәп формаһын һәр белем усағы, ата-әсәләр һәм уҡыусыларҙың фекерен иҫәпкә алып, үҙе һайлай. Ул эшлекле стилдә һәм уңайлы булырға тейеш.
Фото: yandex.