+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
13 Август 2025, 07:33

"Атайсал" фильмын 2026 йылда күрһәтәсәктәр

Башҡортостанда "Атайсал" тип аталған тулы метражлы  фильм төшөрөлә. 

"Атайсал" фильмын 2026 йылда күрһәтәсәктәр"Атайсал" фильмын 2026 йылда күрһәтәсәктәр
"Атайсал" фильмын 2026 йылда күрһәтәсәктәр

Төп геройҙары 55 йәшлек ат ҡараусыһы Юлай, уның улы Марат һәм фермала эшләп ат үрсетеү һөнәрен үҙләштергән өс үҫмер — Айҙар, Рөстәм һәм Шамилдың тормошо тураһында ғаилә драмаһы ул.

Режиссер, идея авторы һәм проект етәксеһе - Рөстәм Шәйхетдинов.
Сценарий авторы - Шәүрә Шәкурова.
Продюсерҙар - Рөстәм Шәйхетдинов, Денис Өмөтбаев, Юнир Әминев.
Оператор - Айрат Йәмилев.
Композитор - Марат Фәйзуллин.
Ҡуйыусы рәссам - Әлиә Байрамғолова.

Йылҡысылыҡ, башҡорт йолалары, Баймаҡ районы тәбиғәте сағылыш тапҡан мажаралы фильм 2026 йылда экранға сығасаҡ. Көтәбеҙ!

Был видеола йәш актерҙар Йософ Рәхмәтов, Тимерхан Кәбиров, Динислам Зәйнәғәбдинов ял ваҡытында Тимур Ямаловтың йырын йырлай.

 

"Атайсал" фильмын 2026 йылда күрһәтәсәктәр
"Атайсал" фильмын 2026 йылда күрһәтәсәктәр
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас