

"2012 йылдан башлап, Азамат Юлдашбаев кәңәше буйынса 1 сентябрь алдынан тыуған ауылым Һатлыҡта белем юлына аяҡ баҫҡан бәләкәстәргә мәктәп кәрәк-яраҡтары бүләк итеп киләм.
Өс йыл элек Һатлыҡта I класҡа барыусы балалар булмауы күңелдә борсолоу тыуҙырҙы. Шул йылдан алып Юлдыбай ауыл биләмәһенә ҡараған 7 ауылдан I класс балаларына бүләк тарата башланым.
Быйыл иһә 7 ауылдан — бары тик 5 бала ғына, аяныс. Әммә, шуларҙың 3-һө — Һатлығымдан! Быныһы инде — ҡыуаныс.
Юлдыбай ауыл биләмәһе етәксеһе Илдар Килсенбаевҡа, уның хеҙмәткәрҙәренә, Яңы Хвалын ауылының 9-йыллыҡ мәктәп етәксеһе Айгөл Альмир ҡыҙына һәм уҡытыусыларына, район хакимиәтенә ошо сараны ойошторғандары өсөн ҙур рәхмәт.
3 августа Ыуары ауылында йәшәгән беренсе уҡытыусым, остазым Ишмәтов Ирек Рәхмәт улы 89 йәшендә вафат булды. Ул беҙгә белем биреп кенә ҡалманы, ә оло тормошҡа әҙерләне.
Яңы Хвалын мәктәбендә уҡыған сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн Ирек Ишмәтов исемен йөрөткән премия булдырырға вәғәҙә иттем. Остазым тураһында яҡты иҫтәлек артабан да балаларҙы белемгә өндәһен", — тип яҙа ул "Бәйләнештә" селтәрендә.
Фото: vk.com.