

Әйткәндәй, 1 июлдән мәктәп формаһына дәүләт стандарты индерелеүе тураһындағы яңылыҡ ата-әсәләр араһында шау-шыу тыуҙырғайны. Күптәр яңы уҡыу йылынан балаларыбыҙ бер иш, бер төҫлө форма кейергә тейеш, тип яңылышты. Әммә Рәсәй Мәғариф министрлығы Дәүләт стандарты буйынса асыҡлыҡ индерҙе. Бөтә ил балалары бер төҫлө, бер фасонлы форма кейергә тейеш тигән талап юҡ. ГОСТ буйынса формалар тәбиғи туҡыманан (синтетика 30 проценттан артыҡ түгел), балалар өсөн уңайлы фасон менән тегелергә тейеш. Һауа үткәреүе, тирләтмәүе, аллергия тыуҙырмауы мөһим.
Мәктәп формаһын һәр белем усағы, ата-әсәләр һәм уҡыусыларҙың фекерен иҫәпкә алып, үҙе һайлай. Ул эшлекле стилдә һәм уңайлы булырға тейеш.
Республиканың сауҙа үҙәктәрендә, райондарҙа мәктәп йәрминкәләре эшләй. Хаҡтар, әлбиттә, тешләшә. Әммә сифатлы кейемдәр ҡиммәтерәк, ни хәл итәһең. Мәҫәлән, ҙурыраҡ синыфта уҡыған малайҙар өсөн костюмды 8 мең 600 һумға тәҡдим итәләр. Ҡыҙҙар өсөн күлдәкте – 3 мең 400, алъяпҡысты 1 мең 200 һумға алырға мөмкин. Форманың төрлө уңайлы фасондары бар. Алдан төймәле йәки замоклы күлдәктәр, малайҙарға эшлекле генә стилдә тегелгән кардигандар, бомберҙар, трикотаждан тегелгән күлдәктәр – һайлау мөмкинлеге ҙур ғына. Спорт кейеменең хаҡы төрлөсә. Хәҙер күптәр маркетполейсты файҙалана. Унда осһоҙораҡ та кеүек. Әммә һатыусылар, тотоп, кейеп ҡарап, һайлап алыуға етәме ни, ти, әҙ генә булһа ла әйберҙең хаҡын да төшөрөргә әҙерҙәр. Кемдер осһоҙарағын эҙләп, эконом магазиндарын ҡыҙыра, унда, бәлки, бик сифатлы кейем алып булмайҙыр ҙа, уның ҡарауы хаҡтар тешләшмәй. Аяҡ кейеме лә алаһы бар бит әле.
–Кәнсә тауарҙарын алдыҡ инде, әлегә 3 меңлек булды. Уҡыу башланғас, тағы нимәләр кәрәк, өҫтәп алырбыҙ инде. Малайҙар үҫте. Былтырғы кейемдәрен алып, кейеп ҡарарға кәрәк әле, яңы салбарҙар мотлаҡ кәрәгәсәк, аяҡ кейемдәре лә. «Башҡортостан» сауҙа үҙәгенә барып ҡайтырға йыйынабыҙ, – ти Өфөнән Гөлнур ханым.
Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылынан Радмир һәм Раян Ҡасимовтар 1 сентябргә тулыһынса әҙер. Радмир – IV, Раян – I синыфҡа бара.
– Икеһенә 40 мең һум аҡса китте. Хаҡтар артыуын йыл һайын арта инде. Ләкин беҙ уға ҡарамай, сифатлыраҡ кейемдәр һайлап алырға тырыштыҡ, – ти әсәләре Гөлфинә Хәйҙәр ҡыҙы.
Әбделмәмбәт – спортсылары менән дә дан тотҡан ауыл бит, Радмир ҙа грэпплинг көрәше менән шөғөлләнә. Республика, Рәсәй кимәлендә үткән ярыштарҙа I урындарҙы ғына яулай. Афарин! Ҡустыһы ла унан ҡалышмай, спорт ярата икән.
Дуҫтар, каникулдың һуңғы аҙналарын иҫтә ҡалырлыҡ матур итеп үткәрегеҙ, йәме. Яңы уҡыу йылына көс туплағыҙ.