+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
20 Август 2025, 06:52

Әрме мәҙәниәте көндәре үтә

Өфөлә әрме мәҙәниәте көндәре үтәсәк.

Әрме мәҙәниәте көндәре үтәӘрме мәҙәниәте көндәре үтә
Әрме мәҙәниәте көндәре үтә

Совет майҙанында көн һайын 18.00 сәғәттә концерттар буласаҡ. III «Көҙ Романтикаһы» халыҡ-ара классик музыка фестивале, IV «Геройҙар Ваҡыты» бөтә Рәсәй асыҡ патриотик йыр конкурсының ижади программалары көтөлә. Өфөлә төрлө мәҙәни саралар, күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре һәм эшлекле осрашыуҙар була.

Әрме мәҙәниәте көндәрен асыу тантанаһы Өфөнөң Совет майҙанында 22 августа үтәсәк, флагтар парады ойошторола. «Ватан» кинотеатрында «Кадет ҡарашы» кинофестивалендә ҡатнашыусыларҙың фильмдары күрһәтеләсәк. Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында «Бер ғүмер етмәй икән» спектакле ҡуйыласаҡ.

Фестиваль барышында республиканың барлыҡ райондарында ла саралар үтәсәк. 

 

Әрме мәҙәниәте көндәре үтә
Әрме мәҙәниәте көндәре үтә
Әрме мәҙәниәте көндәре үтә
Әрме мәҙәниәте көндәре үтә
Әрме мәҙәниәте көндәре үтә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас