

Социаль транспорт картаһы менән айына 60 тапҡыр транспортта йөрөргә була.
Был хеҙмәт менән файҙаланыу өсөн "Мир" картаһы, "Алға" транспорт картаһы йәки уҡыусы картаһы кәрәк. Уҡыусылар - 1 сентябрҙән 31 майға, колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттары 1 сентябрҙән 30 июнгә тиклем ҡала эсендә һәм ҡала-ара маршруттарҙа бушлай йөрөй ала. Таксиға ҡағылмай.
Фото: Министерство цифрового развития государственного управления Республики Башкортостан.