

Быны Anketolog.ru сервисындағы онлайн-һораулама күрһәтә. Унда ата-әсәләрҙең ризалығы менән 8 – 15 йәшлек 1 мең 886 уҡыусы ҡатнашҡан. Балаларҙың 63 проценты нейроселтәрҙе уҡыу буйынса файҙалана. 45 проценты – мәғлүмәт табыу өсөн, 31 проценты текстар төҙөү, проекттар яҙыу өсөн ҡуллана. Ҡайһы берҙәре аралашыу өсөн генә лә файҙалана икән.
Уҡыусылар араһында иң популяры – ChatGPT чат-боты. Күберәк Telegram каналында ҡулланалар.
Фото: image.