+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
3 Сентябрь 2025, 10:51

Бишбармаҡ һәм бауырһаҡ - еңеүсе!

Рәсәй студенттар отрядтарының Башҡортостан төбәк ойошмаһы  яҙ көнө "Росмолодежь.Гранты" конкурсында еңеп, 900 мең һумдан ашыу ярҙам алғайны. Август аҙағында Нөгөш һыуһаҡлағысы буйында проекттарын тормошҡа ашырҙылар. 

Бишбармаҡ һәм бауырһаҡ - еңеүсе!Бишбармаҡ һәм бауырһаҡ - еңеүсе!
Бишбармаҡ һәм бауырһаҡ - еңеүсе!

"Төбәктәр тәмдәре" тип аталған гастро-фестивалдә Волга буйы округының төрлө төбәктәренән 14 команда ҡатнашты. Уларға асыҡ һауала, ҡыр шарттарында милли ризыҡ әҙерләп, жюри ағзаларына тәҡдим итергә кәрәк ине. Башҡортостан студенттары биш төрлө иттән бешергән бишбармаҡ һәм тәмле бауырһаҡ барыһына ла оҡшаны һәм яҡташтарыбыҙ еңеүсе тип танылды.

"Төбәктәр тәмдәре" фестивале проектының авторы - "Росмолодежь.Гранты" конкурсы еңеүсеһе, ӨДНТУ студенты Дания Иҙрисова. Афарин! Бына бит әүҙем йәштәр ниндәй генә фестивалдәр уйлап сығармай?! Бындай саралар илебеҙ студенттарын берләштерә, дуҫлаштыра.

Фото: Гастро-фестиваль "Вкусы регионов"

 

Бишбармаҡ һәм бауырһаҡ - еңеүсе!
Бишбармаҡ һәм бауырһаҡ - еңеүсе!
Бишбармаҡ һәм бауырһаҡ - еңеүсе!
Бишбармаҡ һәм бауырһаҡ - еңеүсе!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас