+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
3 Сентябрь 2025, 08:52

Парадта 430 ат ҡатнашасаҡ

6 сентябрҙә Баймаҡ районында үтәсәк «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло ат фестиваленең программаһы бай йөкмәткеле. Ниндәй генә саралар ойошторолмаясаҡ?! 

17 ил вәкилдәре килеүе көтөлә: Ҡытай, Кувейт, Иран, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Көньяҡ Африка Республикаһы, Камерун, Марокко, Конго Демократик Республикаһы, Ангола, Замбия, Мысыр, Гана, Куба, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Тажикстан һәм Ҡырғыҙстандан.

Фестивалдең эшлекле өлөшөндә «түңәрәк өҫтәл»дәр, республикала ат туризмын үҫтереү буйынса дискуссия ҡаралған. 

«Ҡымыҙ ауылы», «Оҫталар ҡалаһы», шулай уҡ республикабыҙҙың Хәрби дан һәм 112-се башҡорт атлы дивизияһы музейҙарының патриотик майҙансыҡтары, күргәҙмәләр эшләйәсәк. 

Ат сабышы, «Тай-тулаҡ», «Ауҙарыш», «Ылаҡ», «Бәйге» милли ярыштары ойошторола. Көрәш, мас-рестлинг, грэпплинг буйынса ярыштар, «Ирәндек мәргәне» уҡ атыусылар бәйгеһе уҙа. ГТО нормативын тапшырырға ла мөмкин буласаҡ. Ә парадта республикабыҙҙың 25 районынан 430 ат ҡатнаша. Башҡорт аты гимны менән дә таныштырасаҡтар.

Мәҙәни программа ла шәп. Башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары концерты һәм «Самауырлы ритайым» көтә. 

Фото: com.

 

Парадта 430 ат ҡатнашасаҡ
Парадта 430 ат ҡатнашасаҡ
Парадта 430 ат ҡатнашасаҡ
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас