

VII «Урал аръяғы-2025» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында концертта ҙур экранда клипты, Урал батыр менән Үгеҙҙең алышын, күрһәтәсәктәр икән. АЙ ЙОЛА Сибай ҡалаһының 70 йыллығына арналған байрамда сығыш яһаясаҡ. "Беҙҙең өсөн клип премьераһының башҡорт ерендә үтеүе айырыуса мөһим," - тип яҙҙы төркөм ағзалары Telegramда.
Фото: АЙ ЙОЛА төркөмөнөң Telegram-каналынан.