

Ул аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы буласаҡ.
Сара Башҡортостан Башлығы грантына Башҡортостан Башлығы гранттары фонды һәм Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт Палатаһы аппаратының йәмәғәт проекттары ресурс үҙәге ярҙамында ойошторола.
Слёттың программаһында – cеминарҙар, социаль проектлаштырыу, краудфандинг буйынса танылған эксперттарҙан оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр, дискуссиялар. Улар барыһы ла үҙ-ара хеҙмәттәшлекте, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар селтәрен нығытыуға этәргес буласаҡ.
Слёт Башҡортостан Республикаһының Евразия фәнни-мәғариф үҙәгендә үтәсәк (Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 15). Теркәлеү иртәнге 9.00 сәғәттә башлана. Саралар 16.00 сәғәткә тиклем барасаҡ.
Урындар сикле булыу сәбәпле, слётта ҡатнашыу өсөн алдан, 10 сентябргә тиклем, clck.ru/3NwtiL һылтанмаһы аша мотлаҡ теркәлеү үтергә кәрәк.