

Быйыл чемпионатта 16 илдән 38 команда — бөтәһе 300-гә яҡын кеше ҡатнаша. Ҡатнашыусыларҙың географияһы Рәсәй төбәктәрен генә түгел, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙе лә үҙ эсенә ала: Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Беларусь, Алжир, Гана, Эфиопия, Монголия, Мозамбик, Гвинея, Ираҡ, Зимбабве, Ҡытай, Мысыр. «Геовызов» тың маҡсаты — геологияны популярлаштырыу, студенттар өсөн карьера траекторияларын булдырыу, уларҙың һөнәри күнекмәләрен күтәреү һәм һәләтле йәш белгестәр менән тармаҡтың алдынғы эш биреүселәре араһында тура бәйләнештәрҙе нығытыу.
Фото һәм сығанаҡ: «Һаҡмар».