

Ойоштороусылар унда илебеҙҙең бөтә төбәктәренең дә ҡатнашыуын көтә. Төбәктәр 2024-2025 йылдарҙа үҙҙәрендә әҙәбиәткә, китапҡа, уҡыуға ҡағылышлы иң әһәмиәтле сараның презентацияһын тәҡдим итергә тейеш. Быйыл Ватанды һаҡлаусылар йылы темаһына өҫтөнлөк биреләсәк.
Рәсәй китап союзы Президенты Сергей Степашин етәкселегендәге жюри комиссияһына иң яҡшы 20 эште һайлап аласаҡ һәм иң күп уҡыусы төбәкте – "Рәсәйҙең әҙәби флагманы" конкурсы еңеүсеһен билдәләйәсәк.
Әйткәндәй, былтыр был исемгә "Китап байрамы" халыҡ-ара китап йәрминкәһен үткәргәне өсөн Башҡортостан лайыҡ булғайны.
Конкурсты РФ Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы Рәсәй китап союзы менән берлектә ойоштора.
Фото:rutubelist.