+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
6 Сентябрь 2025, 05:09

"Торатау" ЮНЕСКО селтәренә инде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә матур яңылыҡ менән уртаҡлашты.

"Торатау" ЮНЕСКО селтәренә инде"Торатау" ЮНЕСКО селтәренә инде
"Торатау" ЮНЕСКО селтәренә инде

"Торатау" геопаркы Бөтә донъя ЮНЕСКО селтәренә индерелгән. Чилиҙа үткән ЮНЕСКО советы ултырышында эксперттар Торатау өсөн берҙәм тауыш биргән!

Белеүегеҙсә, ғариза 2021 йылда уҡ бирелгәйне. 2022 йылда "Торатау"ға Ирландиянан һәм Испаниянан эксперттар килеп, баһалап, кәңәш-тәҡдимдәрен индерҙе. Бынан һуң Торатау биләмәһе геотуризм үҙәге кимәленә еткерелде. Геопарк Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ғафури райондарында урынлашҡан һәм 3305 километр квадрат майҙанды биләй. Торатау, Ҡуштау, Йөрәктауҙы үҙ эсенә ала.

2020 йылда Янғантау геопаркы Бөтә донъя ЮНЕСКО селтәренә индерелгәйне, яңыраҡ Шүлгәнташ мәмерйәһендәге боронғо һүрәттәр донъя мираҫы булып танылды. 

Фото: торатау.

https://geopark-toratau.ru/

 

"Торатау" ЮНЕСКО селтәренә инде
"Торатау" ЮНЕСКО селтәренә инде
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас