

Бар республиканан 135 бала ата-әсәләре менән килгән. Үҙ-ара аралашыу, Геройҙар аллеяһын, Рәсәй Геройы Максим Серафимов стеллаһын барып күреү, хәрби техника күргәҙмәһе, "Партизан ауылы" музей-комплексы менән танышыу, оҫталыҡ дәрестәре... Программа бай йөкмәткеле. Ата-әсәләр өсөн дә айырым саралар ҡаралған.
Төрлө робототехника, хәүефһеҙлек, спорт һәм башҡа төрлө интерактив майҙансыҡтарҙа эшләү, автоматты һүтеп-йыйыу, ҡоралдан атып ҡарау барыһы ла балаларға ҡыҙыҡ. Форумда булыу балаларға үҙҙәрен икенсе яҡтан асырға, үҙҙәренә ышанысты арттырырға ярҙам итә.
Башҡортостан Башлығы менән осрашыу, ул үткәргән ирҙәрсә һөйләшеү ҙә малайҙарҙарға оҡшаған. Был көндө улар үҙҙәренә "Бирешмәҫкә!" тигән девиз алды. Радий Хәбиров, ошондай форумды даими үткәрәсәкбеҙ, тип белдерҙе.
Фото: com.