

Ул аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы буласаҡ.
Сара Башҡортостан Башлығы грантына Башҡортостан Башлығы гранттары фонды һәм Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт Палатаһы аппаратының йәмәғәт проекттары ресурс үҙәге ярҙамында ойошторола.
Слёттың программаһында – cеминарҙар, социаль проектлаштырыу, краудфандинг буйынса танылған эксперттарҙан оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр, дискуссиялар. Улар барыһы ла үҙ-ара хеҙмәттәшлекте, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар селтәрен нығытыуға этәргес буласаҡ.
Слёт Башҡортостан Республикаһының Евразия фәнни-мәғариф үҙәгендә үтәсәк (Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 15). Теркәлеү иртәнге 9.00 сәғәттә башлана. Саралар 16.00 сәғәткә тиклем барасаҡ.
Республикабыҙҙа гранттар яулап, матур-матур проекттарын тормошҡа ашырыусы коммерцияға ҡарамаған ойошмалар байтаҡ. Улар үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашасаҡ. Мәҫәлән, "Интеллектус" мауыҡтырғыс фәндәр йорто". Проекттың етәксеһе - Айрат Сәйфуллин. Был ойошма Президент гранттары фондынан 5 миллион һумға яҡын грант аҡсаһы алған. Слётта "Һандар магияһы" күсмә күргәҙмәһе эшләйәсәк.
11 сентябрҙә "Интеллектус" Бөрөлә тарих музейында күсмә күргәҙмәһен ойошторасаҡ. Шунан Октябрьский, Дүртөйлө, Сибай, Нефтекама, Мәләүез, Туймазы ҡалаларына юллана. Проект I - IX синыф уҡыусыларына тәғәйенләнгән. Яңы уҡыу йылында республикан 12 мең уҡыусыһын йәлеп итергә уйлайҙар. Программала математиканан квест-уйын, бәләкәйерәк синыфтар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, күңелле мәсьәләләр сисеү ҡаралған.
Слётта шулай уҡ "Стартум" белемде үҫтереү үҙәге тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ. Ул Президент гранттары фонды ярҙамында "Берҙәмлек. Еңеү йөҙҙәре" проектын тормошҡа ашыра. Етәксеһе - Зилә Хөсәйенова. Ҡатнашыусыларға "Еңеү орнаменты" тигән оҫталыҡ дәресен тәҡдим итәсәктәр.
"Дебют" балалар ижады үҙәге иһә - Мәҙәни инициативалар Президент фонды конкурсы еңеүсеһе. Ул "Еңеү театры" проектын тормошҡа ашыра. Театр коллективы эшен Луганскийҙә һәләк булған актер Виктор Василенкоға һәм һуғышта, махсус хәрби операция барышында һәләк булған барлыҡ яугирҙәргә бағышлаған. Сентябрь, октябрь айҙарында Өфө мәктәптәрендә спектаклдәр күрһәтеләсәк.
"Хыял" халыҡ ижадын үҫтереү һәм һаҡлау үҙәге "Урал халыҡ уйындары" проектын тәҡдим итә. Уҡ атыу, ашыҡ уйыны, таҫтамал тартыш буйынса Өфө районы ауылдарында 20 оҫталыҡ дәресе үткәреп, 2026 йылда Шамонин ауылында ярыш менән тамамлап ҡуйырға планлаштыралар. Владимир Потанин хәйриә фондының "Спорт көсө" программаһы еңеүсеһе булған проекттың етәксеһе - Венера Юлдашбаева.