+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
10 Сентябрь 2025, 11:09

626 бала приютта йәшәгән

Төрлө сәбәптәр арҡаһында балалар приютта йәшәргә мәжбүр була.

626 бала приютта йәшәгән626 бала приютта йәшәгән
626 бала приютта йәшәгән

Ныҡ итеп ауырып киткәндә, көтөлмәгән хәл килеп сығып, ҡарап торорға кешеһе булмағанда яңғыҙ кешеләр ғариза яҙып, балаларын ваҡытлыса приютҡа йәки ғаиләгә ярҙам  итеү үҙәктәренә тапшырып тора ала. Республикала шундай 250 осраҡ  булған. Әммә өйҙә йәшәрлек шарттар булмағанда ла малайҙарҙы һәм ҡыҙҙарҙы ошондай учреждениеларға урынлаштыралар. Ата-әсәләр менән айырым аңлатыу эше алып барыла. "Йыл башынан балаларҙың 85 проценты кире өйҙәренә ҡайтты, был ҡыуаныслы, сөнки улар өсөн өйҙән дә һәйбәт урын юҡ", - ти Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Башҡортостанда әлеге ваҡытта 9,5 меңләп етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡыҙ һәм малай иҫәпләнә.

  Фото: yandex.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас