+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
10 Сентябрь 2025, 09:03

7 видеоклип төшөрөләсәк

Республикала "СВОи герои" ("Үҙебеҙҙең геройҙар") музыкаль проекты тормошҡа ашырыла башланы. Маҡсаты - махсус хәрби операция геройҙары тураһында 7 йыр яҙып, клиптар төшөрөү.

7 видеоклип төшөрөләсәк7 видеоклип төшөрөләсәк
7 видеоклип төшөрөләсәк

Уларҙың нигеҙендә - ысынбарлыҡта булған тарихтар. Тәүге эш әҙер ҙә инде. Ул Рәсәй Геройы Максим Серафимовҡа арналған һәм "Һинең исемең - герой" тип атала. Башҡарыусылары - "АМА" ижади төркөмө һәм "Башҡортостан пионерҙары" төбәк балалар йәмәғәт ойошмаһы.

Был проект Мәҙәни башланғыстар буйынса Президент фонды грантына лайыҡ булған. Команда Волга буйы федераль округы төбәктәре менән бәйле йәш Рәсәй геройҙарының яҙмыштарын, тарихтарын өйрәнгән. 

"Был проектыбыҙ аша беҙ патриотизм ул һөйөү, ихтыяр көсө һәм Тыуған ил алдында яуаплылыҡ икәнлеге тураһында һөйләйәсәкбеҙ", - ти уның етәксеһе, "Башҡортостан пионерҙары" ойошмаһының креатив продюсеры Әлиә Фәтхлисламова.

Фото: yandex.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас