

Уны асыу тантанаһы 12 сентябрҙә 15.00 сәғәттә башлана.
"Күргәҙмәлә төрлө дәүерҙәрҙәге һирәк осрай торған фотоһүрәттәр, тарихи радиоалғыстар һәм тауыш яҙҙырыу ҡоролмалары, шулай уҡ радиостанцияның барлыҡҡа килеүен һәм үҫешен сағылдырған документтар һәм материалдар тәҡдим ителә. Айырым урынды радионың төп тапшырыуҙары, ҙур проекттар һәм акциялар тураһында һөйләгән стендтар биләй. Килеүселәр коллективтың һөнәри ҡаҙаныштарын һәм милли мәҙәниәтте һаҡлауҙа һәм популярлаштырыуҙа «Юлдаш»тың ролен сағылдырған үҙенсәлекле экспонаттар менән танышасаҡ", - тип хәбәр итә ойоштороусылар.
Шул уҡ көндө "Юлдаш"тың 25 йыллығы айҡанлы ойошторолған "Көмөш йылдар. Алтын ҡулдар" тигән ҡул эштәре конкурсы еңеүселәрен дә бүләкләйәсәктәр. Бәйгелә Йылайыр, Илеш, Шишмә, Учалы, Мәсетле, Нуриман, Балтас һәм Бөрйән райондарынан, шулай уҡ Сибай, Мәләүез һәм Яңауыл ҡалаларынан оҫталар ҡатнашҡан. Уларҙың эштәре лә Милли музейҙағы күргәҙмәгә ҡуйылған.
12 сентябрҙә "Юлдаш" радиоһы хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуға рәхим итегеҙ, дуҫтар: Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14. (0+)
Ә 25 сентябрҙә "Өфө-Арена"ла "Юлдаш" радиоһының 25 йыллығына арналған ҙур концерт була.
12+