+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
10 Сентябрь 2025, 05:49

Жасмин Рәсәйҙә III урын яулаған

Өфөләге 115-се гимназия уҡыусыһы Жасмин Рәхимова Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсында "Командир" номинацияһында III урын алған. Башҡортостан Республикаһы үҫмерҙәр хеҙмәт отрядтары етәксеһе урынбаҫары, "Бауырһаҡ" отряды командиры ул.  

Жасмин Рәсәйҙә III урын яулағанЖасмин Рәсәйҙә III урын яулаған
Жасмин Рәсәйҙә III урын яулаған

Шулай уҡ Рәсәй студент отрядтарының төбәк штабы ағзаһы ла Жасмин.

"ТрудКрут" Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы Пермдә үҫмерҙәр хеҙмәт отрядтары слеты барышында үткән. Унда илдең 30 төбәгенән 300 үҫмер ҡатнашҡан. 

Әүҙем Өфө ҡыҙы ситтән тороп үткәрелгән турҙа еңгән һәм икенсе турҙа ла һынауҙарҙы уңышлы үткән, 2026 йылға хеҙмәт отряды үҫеше буйынса презентацияһын яҡлаған. 

Әткәндәй, 2025 йылда илебеҙҙә 18 йәшкә тиклемге 50 мең үҫмер Рәсәй студенттар отрядтары составында эшләгән. Дуҫтар, һеҙ ҙә РСО составындағы үҫмерҙәр хеҙмәт отрядтарына ҡушығыҙ. 

Фото: vk.com. 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас