

Республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары киләһе ултырышта закон проектын ҡарай.
Ҡоролтай етәксеһе Константин Толкачев белдереүенсә, йыл аҙағында республикала ишле ғаиләләрҙе, «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй проекты һәм башҡа ғаилә конкурстары еңеүселәрен, призерҙарын бүләкләүгә бәйле 21 декабрь көнө һайланған.
«Күп балалы ғаилә көнөн булдырыу ғаилә институтын нығытыуға, традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға һәм күп балалылыҡты пропагандалауға булышлыҡ итәсәк», — ти ул.
Фото: dzeninfra.