Уның филиалдары Башҡортостандың һәр район һәм ҡалаһында бар. Ә тамырҙары Советтар Союзы осорондағы В.И.Ленин исемендәге Бөтә Союз пионер ойошмаһына барып тоташа, уның эшен, изге традицияларын дауам итеүсе вариҫы, тип тә әйтергә мөмкин. Пионер һүҙе алда барыусы, донъяны яҡшыртырға тырышыусы тигәнде аңлата.
Бөгөнгө Башҡортостан пионер ойошмаһының символы – Алтын бал ҡорто. Ул файҙа, хеҙмәт һөйөүсәнлек, тырышлыҡ өлгөһө. Ә берҙәмлектәре, дуҫлыҡтары һуң? Бында һәр бала үҙен ҙур команданың бер тамсыһы итеп тоя.
Һары төҫтәге флагтары бар. Унда республикабыҙҙың елберләгән флагын күтәреп осҡан алтын Алтын бал ҡорто төшөрөлгән. Аҫта «Ватан.Изгелек.Ғәҙеллек.Дуҫлыҡ.Хөрмәт.Башҡортостан пионерҙары» тигән һүҙҙәр яҙылған.
«Башҡортостан пионерҙары» ойошмаһында бөгөн 200 меңдән тирәһе педагог һәм уҡыусы ағза булып тора. Рәсәйҙә иң ҙур хәрәкәттәрҙең береһе булараҡ, йөҙҙәрсә проектар һәм сараларҙы ойоштороуҙа ҡатнашҡан. Маҡсаты – тарихты һаҡлау, йәш патриоттар тәрбиәләү. Ойошманың етәксеһе – Ирина Антонова.
Ойошманың 35 йыллығы айҡанлы Өфөлә «Башҡортостан пионерҙары дуҫтарын йыя» төбәк-ара фестивален үткәреүе лә уның ниндәй масштаблы хәрәкәт икәнен иҫбатлай. Был ҙур сарала республикабыҙ әүҙемселәренән тыш Рәсәйҙең 14 төбәгенән – Түбәнге Новгород, Һамар, Свердлов, Ырымбур, Пенза, Киров, Ульянов өлкәләренән, Татарстан, Удмурт, Сыуаш, Мари Эл, Мордовия республикаларынан, Пермь крайынан үҫмерҙәр һәм педагогтар, шулай уҡ Ҡаҙағстан Республикаһынан вәкилдәр ҡатнашты. Улар иң беренсе, әлбиттә, Башҡортостандың баш ҡалаһы менән танышты – Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов комплексы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана, Дуҫлыҡ монументы, Әр-Рәхим мәсете, элекке Аксаков халыҡ йорто – бар донъяла танылған Рудольф Нуриев сығыш яһай башлаған Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрын күрҙе. Милли музейҙа башҡорт солоҡ балы тарихы тураһында белделәр. Ә «Торатау» конгресс-холында Өфө балалар филармонияһының йәш артистары йыр-бейеүҙәре аша халҡыбыҙҙың бай мәҙәниәтен күрһәтте.
Фестивалгә килгән һәр кем төрлө сараларға – «түңәрәк өҫтәл»дәргә, семинарҙарға, оҫталыҡ дәрестәренә йәлеп ителде. Өлкәндәр нисек балалар ойошмаларын әүҙемләштереү тураһында кәңәшләшһә, уҡыусылар федераль кимәлдәге спикерҙар менән осрашты, уларҙың лекцияларын тыңлап ҡына ҡалманы, үҙҙәре лә әүҙем ҡатнашты, киләсәге хаҡында уйланды, хыялланды, пландар ҡорҙо, һығымталар яһаны. Педагогия фәндәре докторы, профессор, йәмәғәт эшмәкәре Сергей Тетерский балалар өсөн үткәргән «Хыялланыусы.Тәнҡитләүсе.Реалист» уйыны әңгәмәләшеү формаһында барҙы. Тәүҙә балалар ойошмаһын популярлаштырыу өсөн нимә эшләргә кәрәк, тигән һорауға яуап эҙләнеләр. Шунан нисек мәктәпте яратырға, нисек киләсәккә ышанырға тигән темаларға һөйләштеләр. Профессор үткәргән лекция барыһына ла оҡшағандыр. Һуңынан балалар балалар ойошмаһына күберәк ағзалар йәлеп итеү өсөн нимә эшләргә кәрәк тигән һорауға яуап бирҙе.
– Күберәк конкурстар ойошторорға.
– Балаларға ойошма һәм уның ағзаһы булыуҙың йоғонтоһо тураһында аңлатырға.
– Интернет ресурстарҙы файҙаланырға, ҡыҙыҡлы акциялар, конкурстар ойошторорға һәм еңеүселәргә матур бүләктәр булдырырға.
– «Башҡортостан пионерҙары» ойошторған ошо фестиваль кеүек сараларҙы йышыраҡ ойошторорға!
Иглиндағы Данис Тикеев исемендәге 4-се мәктәптең йәш шайморатовсылары ла килгәйне сараға.
– Бындай ҙур байрамда ҡатнашыу, төрлө төбәктәрҙән килгән уҡыусылар менән аралашыу, Рәсәй кимәлендәге спикерҙарҙың лекцияларын тыңлау балалар өсөн файҙалы, фәһемле булды. Киләсәктә ярҙамы тейәсәк, әлбиттә, – ти директор урынбаҫары Илназ Әмир улы Таһиров.
Ысынлап та, «Башҡортостан пионерҙары» Беренселәр хәрәкәте төбәк ойошмаһы һәм «Балалыҡ навигаторы» федераль проектының ресурс үҙәктәре ҡатнашлығында бик матур фестиваль үткәрҙе. Унан һәр кем онотолмаҫ тәьҫораттар, киләсәккә матур пландар менән ҡайтҡандыр.
Автор һәм "Бәйләнештә" селтәренән алынған фотолар.