+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
23 Сентябрь 2025, 11:25

Изге һәм яҡты фестиваль

"Бала саҡты ҡайтарыу" фестивале был юлы Волга буйы округының 14 төбәгенән 440 ҡыҙ һәм малайҙы берләштерҙе.

Изге һәм яҡты фестивальИзге һәм яҡты фестиваль
Изге һәм яҡты фестиваль

Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар өсөн ойошторолған был сараның маҡсаты уларға иғтибар бүлеү һәм ҙур тормошҡа әҙерләү. Балалар сәнғәт, спорт, оҫталыҡ буйынса үҙҙәрен һынап ҡараны, шәхестәр менән осрашты.Танылған блогер Рөстәм Нәбиев менән һөйләшеү ҙә күңелдәрендә матур тәьҫораттар ҡалдырғандыр. "Тормошта һәр кем өсөн иң мөһим кеше ул - һин үҙең. Үҙеңде баһалағанда һәм хөрмәт иткәндә генә алдыңа дөрөҫ маҡсаттар ҡуйырға һәм тормошоңдо ҡорорға мөмкин", - тине ул.

Фестивалде ябыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. "Бала саҡты ҡайтарыу" - изге һәм яҡты фестивалдәрҙең береһе. Уның мәғәнәһе балаларға киләсәк оло тормошҡа файҙалы тәжрибә биреүҙә", - тине ул.

Һәр номинацияла еңеүселәр бүләкләнде. Ә Башҡортостандың "Атом" командаһы "Аҡыл палатаһы" уйынында иң-иңе булды.

Фестиваль Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамында ойошторола.

Фото: com; pfo.gov.ru.

 

 

Изге һәм яҡты фестиваль
Изге һәм яҡты фестиваль
Изге һәм яҡты фестиваль
Изге һәм яҡты фестиваль
Изге һәм яҡты фестиваль
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас