

Әлбиттә, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә донъя күргән был китапта төркөм музыканттарының автографтары ла буласаҡ.
АЙ ЙОЛА 10 октябрҙән 5 декабргә тиклем Рәсәйҙең 22 ҡалаһында - Силәбе, Омск, Новосибирск, Красноярск, Санкт-Петербург, Архангельск, Калининград, Воронеж, Һарытау, Волгоград, Дондағы Ростов, Краснодар, Мәскәү, Түбәнге Новгород, Ҡазан, Һамар, Ырымбур, Ижевск, Пермь, Екатеринбург, Төмән ҡалалары һәм баш ҡалабыҙ Өфөлә сығыш яһаясаҡ. Ошо тур алдынан китаптарҙы уйнатасаҡтар ҙа инде. Әйткәндәй, АЙ ЙОЛА төркөмөнөң "Һомай" йырынан һуң Башҡортостанға ҡыҙыҡһыныу 3 тапҡырға артҡан, ә "Урал батыр" эпосын һатып алыусылар 30 тапҡырға күбәйгән.
- Ошо көндәрҙә 12 йырҙан торған альбомыбыҙ сығасаҡ, - тип ҡыуандырҙы Башҡортостандың халыҡ артисы Ринат Рамазанов. Артабан да уңыштар юлдаш булһын!
Фото: Валерий Шахов.