+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
25 Сентябрь 2025, 06:59

"Ҡурсаҡ-фест"

Кисә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында I "Ҡурсаҡ-фест" халыҡ-ара ҡурсаҡ театрҙары фестивале башланды.

"Ҡурсаҡ-фест""Ҡурсаҡ-фест"
"Ҡурсаҡ-фест"

Ул Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығына арнала. Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамы менән тормошҡа ашырылған проектты "Беҙҙең киләсәк" хәйриә фонды ойоштора. Фестивалде Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры үткәрә.

 Донецк республика академия ҡурсаҡ театры, Сыуаш дәүләт, Үзбәк милли, Ҡырғыҙ дәүләт ҡурсаҡ театрҙары, шулай уҡ Владимир, Ырымбур өлкәләренән, Өфөнән, Йошкар-Оланан, Ҡазандан коллективтар ҡатнаша.

Мәскәүҙән Сергей Образцов исемендәге дәүләт академия үҙәк ҡурсаҡ театры конкурстан тыш "Ленинградка" спектаклен ҡуя.

Фестивалдең төрлө номинациялар буйынса еңеүселәре 28 сентябрҙә сараны ябыу тантанаһында бүләкләнәсәк.

Фото: com.

https://vk.com/teatrkukol_ufa 

"Ҡурсаҡ-фест"
"Ҡурсаҡ-фест"
"Ҡурсаҡ-фест"
"Ҡурсаҡ-фест"
"Ҡурсаҡ-фест"
"Ҡурсаҡ-фест"
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас