

2022 йылдың 30 сентябрендә иҫтәлекле дата – Донецк, Луганск халыҡ республикаларының, Запорожье, Херсон өлкәләренең Рәсәйгә ҡушылыу көнө билдәләнде. Сара ошоға арналғайны. «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов, депутаттар – М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының Ватан яугирҙары ғаиләләре комитеты етәксеһе Эльвира Мацкевич, махсус хәрби операция геройы Артур Ғәлиев, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы, хәрби хәбәрсе Азат Саҙрыевтар ҡатнашты. Сығыш яһаусыларҙың махсус хәрби операция биләмәһе менән бәйле сығыштары, үҙ күҙҙәре менән күргән ваҡиғалар тураһында байән итеүҙәре йәш быуынды битараф ҡалдырманы. Артур Ғәлиевҡа әле 24 кенә йәш, МХО-ға тәүге көнөнән үк эләгә. Егет батырлыҡтары өсөн Суворов миҙалы, Батырлыҡ ордены, «Хәрби отличие өсөн» миҙалы, генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнгән. Ҡаты яраланып, бер ҡулһыҙ ҡалғас, тыуған ҡалаһы Өфөгә ҡайтарыла. Әле ул МХО биләмәһендәге яҡташтарыбыҙға ярҙам итә, кәрәкле әйберҙәрҙе йыйып, ебәрешә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн донъяла мәғлүмәти һуғыш та киң ҡолас алған. Йәш быуын вәкилдәре ваҡиғаларҙы боҙоп күрһәткән ялған мәғлүмәтте дөрөҫөнән айыра белергә тейеш. Илдең киләсәге – бөгөнгө алдынғы ҡарашлы, һәләтле йәштәр ҡулында. «Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәт штабында ойошторолған дәрес-осрашыу ошо йәһәттән дә әһәмиәтле.
er.ru.һәм автор фотолары.