

Социаль селтәрҙәрҙә республика етәксеһе был ауылда моделле мәҙәниәт һарайы төҙөләсәге тураһында һөйләне.
- Шундай матур ауыл. Мәҙәниәт һарайы артында - бәләкәй генә мәктәп. Унда 18 бала белем ала. Тағы 10 уҡыусыны күршеләге Бөрйән ауылы мәктәбенә йөрөтәләр. Шуныһы ҡыуандырҙы: ауылға килеп ингәндә күп кенә малайҙар һәм ҡыҙҙар йүгереп йөрөй. Балалар бар икән, тимәк ауылдың киләсәге лә бар, - ти ул.
Радий Хәбиров Яңы Һәйет аша һалынып ятҡан Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск юлы тураһында ла әйтеп үтте. Был проект бер нисә йылға иҫәпләнгән.