+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
8 Октябрь 2025, 15:57

"Ҡолонсаҡ" театр фестивале үтәсәк

12 - 19 октябрҙә Өфөлә I "Ҡолонсаҡ" халыҡ-ара балалар һәм йәштәр спектаклдәре фестивале үтәсәк.

"Ҡолонсаҡ" театр фестивале үтәсәк"Ҡолонсаҡ" театр фестивале үтәсәк
"Ҡолонсаҡ" театр фестивале үтәсәк

Унда Рәсәй Федерацияһынан һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән профессиональ коллективтар ҡатнашасаҡ. Фестивалгә 2022 йылдан һуң сәхнәләштерелгән иң яҡшы 11 спектакль һайлап алынған. Улар Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры һәм Өфө "Нур" дәүләт татар театры сәхнәләрендә ҡуйыласаҡ. 

Программала классик драматургия, әҙәби әҫәрҙәр буйынса ҡуйылған спектаклдәр, хәҙерге заман авторҙары пьесалары буйынса, шулай уҡ кескәйҙәр өсөн дә тамашалар бар.

Фестиваль Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында уҙғарыла. Ойоштороусыһы - Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры. Йәштәрҙә, балаларҙа театр сәнғәтенә ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙә был сараның әһәмиәте ҙур булыр, моғайын. Фестивалде өс йылға бер тапҡыр үткәреү планлаштырыла.

Фото: com. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас