+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
11 Октябрь 2025, 08:39

"Шайморатовсылар" сафы тулыланды

Республика көнөндә уҡыусыларҙы Өфөнөң Совет майҙанында "шайморатовсылар" сафына алыу тантанаһын үткәреү матур йолаға әүерелде.

"Шайморатовсылар" сафы тулыланды"Шайморатовсылар" сафы тулыланды
"Шайморатовсылар" сафы тулыланды

Быйыл да 26 синыфтан 650 ҡыҙ һәм малай саҡырылғайны. Сағыу тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Сара Рәсәй Федерацияһы Геройы, легендар генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланды. Байрамға республиканың ведомство етәкселәре, депутаттар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, балаларҙың уҡытыусылары, ата-әсәләре килгәйне.

Был көн йәш "шайморатовсылар"ҙың хәтерендә ғүмерлеккә уйылып ҡалыр. Башҡорт һәм урыҫ телдәрендә "Шайморатовсы" антын биреү хоҡуғы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһының VII синыфынан Асҡар Сирбаевҡа һәм Республика полилингваль күп йүнәлешле 2-се СМАРТ гимназияһының VI синыфынан Ислам Вәлиевҡа бирелде.

"Шайморатовсылар" күмәкләп "Шайморатов генерал" йырын башҡарҙы. Совет майҙанында маршта үттеләр.

—Ҡәҙерле балалар! "Шайморатовсылар" сафына инеп, һеҙ юғары әхлаҡ һәм маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ эстафетаһын ҡабул итәһегеҙ. Тимәк һеҙ уҡыуҙа — ныҡышмаллыҡ, спортта — еңеүгә ынтылыш, тормошта ярҙамға әҙер булыуығыҙҙы күрһәтергә тейешһегеҙ. Шайморатовсы формаһын намыҫ һәм ғорурлыҡ менән йөрөтөрһөгөҙ, ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡмай, хыялдарығыҙға ҡаршы ҡыйыу атларһығыҙ, тип ышанам, — тине Радий Фәрит улы уҡыусыларҙы тәбрикләп.

Автор фотолары. 

 

 

 

"Шайморатовсылар" сафы тулыланды
"Шайморатовсылар" сафы тулыланды
"Шайморатовсылар" сафы тулыланды
"Шайморатовсылар" сафы тулыланды
"Шайморатовсылар" сафы тулыланды
"Шайморатовсылар" сафы тулыланды
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас