

Әлеге ваҡытта был һанлы технологиялар мәктәбе Рәсәйҙең 18 ҡалаһында эшләй.
Өфөлә Евразия вуз-ара кампусының Геном үҙәгендә (Зәки Вәлиди урамы, 32/2б) 2025 йылдың йәйендә асылғайны. Республика баҫмалары журналистары өсөн "21-се мәктәп"кә матбуғат туры ойошторолдо. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа һеҙҙе был проект менән таныштырабыҙ.
Нимәһе менән үҙенсәлекле һуң "21-се мәктәп"? Унда белем алыу бушлай. Һаҡлыҡ банкы проектты беҙҙең республика Хөкүмәте менән берлектә тормошҡа ашыра. Ҙур теләк һәм тырышлыҡ ҡына кәрәк. Мәктәпкә эләгеү өсөн, беренсенән, https://21-school.ru/ сайтында ғариза ҡалдырырға, икенсенән, алгоритмик фекерләүгә, хәтергә һәм логикаға ҡоролған онлайн уйынды уйнарға, мәктәп тураһында видеоны ҡарарға, һайлап алыу этабын үтергә кәрәк. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: "21-се мәктәп"кә инеү өсөн быға тиклемге эш тәжрибәң дә, уҡыуың, дипломың, программалаштырыуҙы белмәүең дә мөһим түгел. 18 йәше тулған һәр кемгә асыҡ.
Яңыраҡ унда 78 йәшлек инәйҙең дә уҡырға килеүе тураһында яңылыҡтарҙа һөйләнеләр, күргәнһегеҙҙер әле.
Ҡатнашыусылар кампуста ике аҙналыҡ сессияла программалаштырыуҙы өйрәнә, үҙҙәре айырым һәм командалар менән проекттар өҫтөндә эшләйҙәр, һынау бирәләр. Ойоштороусылар "бассейн" тип йөрөткән ошо турҙы уңышлы үтһәң, төп уҡыу этабына күсәһең. Аҙнаһына кәмендә 20 сәғәт бүлергә кәрәк була. Геном үҙәге тәүлек әйләнәһенә эшләй, шуға үҙеңә уңайлы ваҡытты һайларға мөмкин. "21-се мәктәп"тә уҡыусылар өсөн бөтә шарттар бар. 408 эш станцияһы бар. Белем алыу Һаҡлыҡ банкының һанлы белем биреү платформаһында ойошторола. Ял итеү, сәй эсеп алыу өсөн булмәләр бар. Шуныһы ҡыҙыҡ: бында лекциялар, остаздар юҡ. Үҙаллы, бер-береңдән өйрәнеү, тәжрибә уртаҡлашыу ысулы менән белем алалар. Һин күршеңә ярҙам итәһең, һиңә ярҙам итәләр. Бер-береңдең проектын тикшерәһең, эҙләнәһең. Әлбиттә, мәктәптең хеҙмәткәрҙәре лә һәр ваҡыт ярҙамға әҙер. Иң мөһиме - тейешле һөҙөмтәгә өлгәшеү, һайлаған һөнәреңде яҡшы итеп үҙләштереү. Мотлаҡ имтихандар бирергә, стажировка үтергә кәрәк була. Уҡыу ваҡыты ике йылға тиклем дауам итә.
Билдәле булыуынса, программалаштырыу, һанлы продукттар менән идара итеү, киберхәүефһеҙлек, һанлы ижад, биотехнология кеүек йүнәлештәрҙе үҙләштереп, мәктәпте тамамлау тураһында сертификат алған белгестәр бөтәһе лә уңышлы эшкә урынлаша. Бөгөнгө информацион технологиялар, яһалма интеллект үҫешкән осорҙа ундай һөнәр эйәләре бик кәрәк шул. Әйткәндәй, биотехнология йүнәлеше беҙҙең Өфө кампусында ғына бар. Был өлкәлә белгестәр бик әҙ.
Кампустың дөйөм ятағы төҙөлөп бөткәс, республика район-ҡалаларынан килеп замана һөнәрҙәрен үҙләштерергә теләүселәр унда бушлай йәшәй аласаҡ.
12-17 йәшлек үҫмерҙәр өсөн дә шәп мөмкинлектәр бар. Уҡыусылар өсөн "21-се мәктәп Старт" тигән йүнәлеш асылған. Һанлы технологияларҙы өйрәнергә остаздар - квалификация күтәреү курстары үткән өҫтәмә белем биреү педагогтары, инженерҙар, ИТ белгестәре ярҙам итә. Уҡыусылар өсөн кампуста заманса йыһазландырылған лаборатория, компьютер класы, уйын зонаһы бүленгән. Алған белемдәре олимпиадаларҙа, чемпионаттарҙа ҡатнашып, уңышҡа өлгәшергә ярҙам итәсәк.
Әйткәндәй, 1 ноябрҙә Геном үҙәгендә асыҡ ишектәр көнө уҙа. "21-се мәктәп" менән яҡындан танышырға мөмкин. Уҡыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, экскурсиялар даими ойошторола.
Һорауҙарығыҙ булһа, +7 (347) 216‒21‒21 телефонына шылтыратып йәки ufa@21-school.ru электрон почтаһына яҙып һораша алаһығыҙ.
"21-се мәктәп"тең "Бәйләнештә"ге төркөмө - https://vk.com/21schoolufa
Автор һәм "21-се мәктәп" фотолары.