+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
27 Октябрь 2025, 07:59

Сит ил паспорты кәрәгәсәк

2026 йылдың 20 ғинуарынан 14 йәшкә тиклемге балаларға Абхазияға, Белоруссияға, Ҡазахстанға, Ҡырғыҙстанға һәм Көньяҡ Осетияға осоу өсөн сит ил паспорты алырға кәрәк буласаҡ.

Сит ил паспорты кәрәгәсәкСит ил паспорты кәрәгәсәк
Сит ил паспорты кәрәгәсәк

Сәйәхәткә сығыр булһағыҙ, сит ил паспорты бер ай буйы әҙерләнеүе тураһында онотмағыҙ. Уны Дәүләт хеҙмәттәре порталы йәки Күп функциялы үҙәк офистары аша юлларға мөмкин.

Әйткәндәй, был үҙгәреш поездар менән сәйәхәт итергә яратыусыларға ла ҡағыла. Унда ла билет алыу өсөн алдағы йылдың 20 ғинуарынан 14 йәшкә тиклемге балаларға сит ил паспорты кәрәгәсәк.

Фото: dzeninfra.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас