

Был турала Башҡортостан Башлығының указы сыҡҡан.
Тәүге тапҡыр сара 2022 йылда Сыуаш Республикаһында үтте. 2024 йылда иһә Татарстанда II Бөтә донъя балалар фольклориадаһына илебеҙҙең 80 төбәгенән иң яҡшы ижади коллективтар йыйылды. Өсөнсө тапҡыр был ҙур мәҙәни байрам беҙҙә ойоштороласаҡ. Фольклориада - халыҡ ижады өлгөләрен һаҡлау һәм үҙ-ара аралашыу майҙансығы ул.
Фото: minkultrb.