

Ошо айҡанлы бөгөн сифат аҙналығы башланды.
Өфөнөң “Юлаевсы” үҫмерҙәр клубында “Тауар сифаты – йәшәү сифаты” тигән мәғлүмәт сәғәте утте. Йәштәр менән эшләүсе белгес И.Г.Хәлитов Сифат көнөнөң барлыҡҡа килеү тарихын һөйләне, һатып алыусы, һатыусы кеүек терминдарҙың мәғәнәһен аңлатты.
Ә уйын-практикумда балалар финанс хәүефһеҙлеге, сифатһыҙ тауар һатып алғанда һатып алыусының хоҡуҡтары кеүек хәлдәргә туҡталды. Республикала сығарылған, "Рәсәйҙең иң яҡшы тауары” билдәһенә лайыҡ булған тауарҙар тураһында белделәр. Уйламағанда, үҙҙәре ҡулланған көндәлек әйберҙәрҙең ошо юғары исемде йөрөтөүен ишетеп, аптыранылар ҙа.
Тауарҙың матур күренеүе генә түгел, сифатлы булыуы ла бик мөһим икәненә икәненә инандылар.
Алһыу ШӘҺИСОЛТАНОВА.