

Унда Рәсәй төбәктәренән 14 – 17 йәшлек илһөйәр үҫмерҙәр һәм уларҙың остаздары – 500 тирәһе кеше ҡатнашты. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләгән саҡта ойошторолған сараның әһәмиәте бигерәк тә ҙур. Билдәле булыуынса, «Тарих һаҡсылары» – «Йәш армеецтар» һәм «Беренселәр хәрәкәте» ойошмаларының берлектәге проекты. Уның маҡсаты – йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү, лидерлыҡ сифаттарын үҫтереү, тарихты һаҡлауға үҙ өлөшөңдө индереү.
Слётты асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы «Йәш армеецтар»ның төп штабы етәксеһе, Рәсәй Геройы Владислав Головин, «Беренселәр хәрәкәте» идаралығы рәйесе урынбаҫары Ксения Янова, Рәсәй Хәрби көстәре Баш хәрби-сәйәси идаралығы төркөмө етәксеһе Максот Телембаев, Башҡортостан Республикаһы йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров, мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин сәләмләне.
– Беҙҙең республиканан ғына «Тарих һаҡсылары» проектына 5 мең кеше ҡушылған. Был залда илебеҙҙең бөгөнгө тарихын яҙыусылар йыйылған. Һеҙҙең күптәрегеҙ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын иҫән саҡтарында күреп өлгөрмәгәндер, әммә хәтерҙе тергеҙеп, тарихыбыҙға ҡағылып, һеҙ геройҙарыбыҙҙы беләһегеҙ һәм алдағыҙҙа ҙур яуаплылыҡ – тарихи дөрөҫлөктө һаҡлау бурысы тора. Тимәк, бөйөк миссия алдында тораһығыҙ, тарихи мираҫты һаҡлап, киләсәк быуынға тапшырасаҡһығыҙ, – тине Илдар Мәүлитбирҙин.
Әйткәндәй, «Тарих һаҡсылары» проекты әүҙемселәре илебеҙҙең төрлө төбәктәрендәге 18 мең иҫтәлекле урынды шефлыҡҡа алған. Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы менән бергә 928 мәңгелек ут мемориалын, 3431 хәтер утын, 5802 һәйкәл һәм обелискыны, шулай уҡ 7843 хәрби ҡәберлекте тәртипкә килтергән.
–Һеҙ – тарихты һаҡлаусылар һәм яҡлаусылар, үҙегеҙҙең артығыҙҙан иптәштәрегеҙҙе һәм фекерҙәштәрегеҙҙе эйәртеүселәр. Һеҙ архивтарҙа эшләп, тарихыбыҙҙы тулыландыраһығыҙ. Һеҙ – тарихҡа нигеҙләнеп киләсәкте төҙөүселәр. Ата-бабаларыбыҙ исеменә тап төшөрмәҫбеҙ. Һеҙгә слётта уңышлы эшләүегеҙҙе теләйем, – тип мөрәжәғәт итте Владислав Головин.
Слётта ҡатнашыусыларҙың һәр көндәре ҡыҙыҡлы булды. Улар «Тарихи хәтерҙе һаҡлау», «Почетлы ҡарауыл», «Шефлыҡ ирекмәнлек төрө булараҡ», «Йәш хәбәрселәр», «Лидерҙар», «Остаздар» йүнәлештәре буйынса эшләп, тәжрибә уртаҡлашты, белемдәрен арттырҙы. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған, тарихи хәтерҙе һаҡлауға йүнәлтелгән саралар – оҫталыҡ дәрестәре, ижади осрашыуҙар, Рәсәй Геройҙары менән әңгәмәләр, дискуссиялар ойошторолдо.
Рәсәй Геройы, «Йәш армеецтар» штабы етәксеһе Владислав Головин менән осрашыу, уның тормошо һәм яу юлы тураһында һөйләүе бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Моғайын, күптәр уның тәжрибәһен үҙенә өлгө итеп алыр. Владислав Николаевич 1997 йылда Киров ҡалаһында тыуған. Мәктәптә уҡыған йылдарында йөҙөү, атыу, ҡатнаш көрәш менән шөғөлләнгән. Информатика лицейын тамамлағас, Рязань хәрби училищеһына инә.
– Мине Еңеү парадына алып барған әсәйемә рәхмәтлемен. Ул ветерандар менән таныштырҙы. Һуғыш тураһында тарихтар ишеттем. Алты йәшлек кенә сағымда, бәлки, бәләкәйерәк тә булғанмындыр, күҙ йәштәре аша тантана ителгән Еңеү байрамы мөхитен күңелем менән тойҙом. Был ваҡиға ғүмерлеккә хәтеремдә ҡалды, мин Ватанды һаҡлаусы булырға тейешлегемде аңланым, – тине Владислав.
Ул училищенан һуң йыл ярым Ҡара диңгеҙ флотында диңгеҙ пехотаһында хеҙмәт иткәс, махсус хәрби операцияға эләгә, Мариуполь өсөн барған ҡаты алыштарҙа ҡатнаша. Егеткә яраланған командирҙары урынына взвод, рота менән етәкселек итергә лә тура килә. Головин тәүҙә интернет аша арҡаһына ҡыҙыл биштәр аҫҡан «Струна» ҡушаматлы яугир булараҡ таныла. Уның тураһында репортаж эшләйҙәр. 25 йәшендә Рәсәй Геройы исеме бирелә. Әлеге ваҡытта бер аяғы урынына протез булһа ла, офицер һынауҙарға бирешмәй, «Йәш армеецтар» штабы етәксеһе итеп һайлана. Үҙенең ябайлығы, тыйнаҡлығы менән дә әсир итте ул. Әлбиттә, балаларҙың Рәсәй Геройына һорауҙары ла күп ине. Егеттәр хәрби училищеға инеү тураһында ҡыҙыҡһынды. Владислав Головин Рязандә уҡығанда ла спортты ташламай, күпалыш буйынса мастерлыҡҡа кандидат була. Училищены ҡыҙыл дипломға тамамлай. Кумиры олатаһы булғандыр, ул ейәненә үҙенең офицер яҙмышы тураһында күп һөйләй. Бәләкәй Головин яуҙа хәрби заданиены үтәү менән бер рәттән һалдаттарҙың ғүмерен һаҡлау бурысы ла беренсе урында тороуын шул саҡта уҡ аңлай.
– Белем алырға бер ҡасан да һуң түгел, күп уҡығыҙ. Информацион технологияларҙы, яһалма интеллектты өйрәнегеҙ. Тыуған илде һаҡлау хәрбиҙәр эше генә түгел, һәр һөнәр эйәһе дөйөм изге эшкә үҙ өлөшөн индерә, шулай уҡ уҡыусылар ҙа. Беҙ бөтәбеҙ бергә – ҙур ғаилә, – тип кәңәшен бирҙе «Йәш армеецтар» штабы етәксеһе Владислав Головин.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров слётта ҡатнашыусылар менән осрашып, йәштәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе. «Йәш армеецтар» менән республикабыҙ Хөкүмәте араһында хәрби-патриотик тәрбиә биреү өлкәһе буйынса килешеү төҙөлдө.
Слёт барышында «Хәтер архитектураһы» конкурсы ла уҙҙы. Иң яҡшы 20 проект билдәләнде. Байкал арты крайының Чернышев өлкәһе уҡыусыһы, «Беренселәр хәрәкәте» әүҙемсеһе Алиса Торлованың «Бөйөк Еңеү» номинацияһы буйынса башҡарылған «Өмөттөң 115 сиге» тигән эше Гран-при яуланы. Ҡыҙҙың эше арт-проект төҙөү өсөн ҡулланыласаҡ.
Йыйынға илебеҙҙең иң әүҙем илһөйәр йәштәре килгәйне. Улар бер-береһе менән яҡындан аралашып, тәжрибә уртаҡлашып, алдарына тағы ла ҙурыраҡ маҡсаттар ҡуйып ҡайтҡандыр.