+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
11 Ноябрь 2025, 11:27

Ҡыш бабай юлға сыҡҡан

Ҡыш бабай тылсымлы поезына ултырып, бишенсе тапҡыр илебеҙ буйлап сәйәхәткә сыҡты. 

Ҡыш бабай юлға сыҡҡанҠыш бабай юлға сыҡҡан
Ҡыш бабай юлға сыҡҡан

Уның Бөйөк Үстюгта өйө барлығын беләһегеҙ инде. Илебеҙҙең төрлө тарафтарында балалар менән осрашыу ниәте менән Ҡыш бабай биш йыл элек тимер юлы буйлап сәйәхәткә сығырға ҡарар итә. Быйыл ул 20 мең километр үтәсәк һәм 70 ҡалала туҡтаясаҡ. 

Поезында нимәләр бар, тиһегеҙме? Ҡабул итеү вагоны, квестар, уйындар үткәреү өсөн әкиәти ауыл, ҡурсаҡ театры, төнъяҡ сувенирҙары һатылған лавка, сәй эсеү өсөн буфет-вагон...

Ҡыш бабай Башҡортостанға ла киләсәк. 14 декабрҙә - Өфөлә, 15-ендә Стәрлетамаҡта буласаҡ. 

Фото: com.  

Ҡыш бабай юлға сыҡҡан
Ҡыш бабай юлға сыҡҡан
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас