+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
17 Ноябрь 2025, 10:08

III съезд Өфөлә үтте

13 – 14 ноябрҙә Өфөлә Бөтә Рәсәй III креатив индустриялар мәктәптәре съезы үтте.

III съезд Өфөлә үттеIII съезд Өфөлә үтте
III съезд Өфөлә үтте
 Унда илебеҙҙең 52 төбәгенән 174 белгес – креатив индустриялар мәктәптәре уҡытыусылары, эксперттар, практиктар ҡатнашты.
Креатив индустриялар мәктәптәре Рәсәйҙә 2022 йылда Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында асыла башлағайны. Йәш таланттарҙы үҫтереү – уның яңыраҡ йүнәлеше. Башҡортостанда өс креатив индустриялар мәктәбе эшләй. Улар Өфө сәнғәт училищеһында, Стәрлетамаҡтағы республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжында, Сибай сәнғәт училищеһында урынлашҡан. 12 – 18 йәшлек балалар алты йүнәлеш буйынса белем ала: тауыш режиссёры, анимация, электрон музыка, фотоға, видеоға төшөрөү, 3D графика, интерактив һанлы продукттарҙы эшкәртеү.
 
Әйткәндәй, III съездың нәҡ Башҡортостанда үтеүенең матур сәбәптәре лә бар. Бығаса ике форум Мәскәүҙә булған. Был юлы беҙҙең төбәк һайланған, сөнки республикабыҙҙа креатив индустрияларҙы үҫтереүгә айырым иғтибар бүленә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙе ҙур ҡыҙыҡһыныу менән, креатив индустрияларҙы үҫтереү буйынса эш алып бара. 8 август беҙҙә Креатив индустриялар көнө тип иғлан ителде һәм быйыл беренсе тапҡыр рәсми рәүештә билдәләнде. Ижади кешеләр өсөн айырым премия булдырылды. Ул архитектура, дизайн, мода, әҙәбиәт һәм нәшриәт, реклама, гастрономия һәм башҡа креатив иҡтисад өлкәләрендәге проекттар, идеялар өсөн тапшырыласаҡ. Ике аҙнаға бер тапҡыр креатив индустриялар сәғәте үтә. Республикала креатив индустриялар советы булдырылған.
 
Съездың беренсе көнө – пленар ултырыш Евразия ғилми-белем биреү үҙәге вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә уҙҙы. Уны Креатив индустриялар советының генераль директоры Игорь Намаконов алып барҙы.
 
Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев сәләмләп, съезд эшендә уңыштар теләне.
Илебеҙҙең төрлө тарафтарында уңышлы эш алып барған креатив индустрия мәктәптәре вәкилдәре тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Мәҫәлән, Бүрәт Республикаһының “Байкал-арт” тип аталған мәктәбе етәксеһе Эльвира Доржиева үҙҙәрендә шөғөлләнгән һәләтле балалар тураһында ғорурлыҡ менән һөйләне. Уҡыусылар остаздары менән төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырған. Бүрәт халыҡ әкиәттәренә нигеҙләнеп, “Ульгер” тигән щоколад тышлығын эшләгәндәр. Грант отоп, республика плакаттар конкурсы үткәргәндәр. “Минең дуҫым Нерпа” тигән фильм өҫтөндә лә етәкселәре режиссёр Владимир Бутуханов менән бергә Байкал-артта шөғөлләнгән 12 – 16 йәшлек балалар эшләгән. Ике йыр яҙыу, тауышландырыу, Байкалдың шаулауын яҙҙырыу, анимацион биҙәлеш өҫтәү… Яһалма зиһенде лә файҙаланғандар. Был ғаилә менән ҡарай торған картина халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашып, ҙур танылыу яулаған. Бына бит креатив (ижади) индустрия мәктәптәре һәләттәрҙе асыуҙа, йәш быуынға һөнәр һайларға нисек ярҙам итә! Бүрәт Республикаһының был мәктәбенән ете уҡыусы Мәскәү анимация колледжын тамамлаған да инде. Әйткәндәй креатив индустрия мәктәптәрендә ике йыл шөғөлләнәләр. Икенсе йылында балалар үҙҙәренә ныҡ оҡшаған өлкәне һайлай ала.
 
Съезд креатив индустриялар мәктәптәрен артабан үҫтереүгә, тәжрибә уртаҡлашырға булышлыҡ итәсәк. Беҙҙең республиканан “Муха” студияһынан Дамир Мөхәмәтйәнов, Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы директоры Юнир Әминев һәм Өфө сәнғәт училищеһының анимация студияһы етәксеһе Ольга Мәмбәтова республиканың анимация кластеры менән таныштырҙы. Бөтә донъяла танылыу алған АЙ ЙОЛА төркөмөнән Ринат Рамазанов видеобәйләнеш аша этномузыканы үҫтереү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
 
Форумда Мәскәү дәүләт мәҙәниәт институты директоры вазифаһын башҡарыусы Дмитрий Сидоров та съезда онлайн ҡатнашып, 2026 йылға яңылыҡтары менән ҡыуандырҙы. Беренсенән, креатив индустрия мәктәптәрен тамамлаған абитуриенттарға уҡырға ингәндә 5 балл өҫтәләсәк. Институт февралдә уҡытыусылар өсөн белемде камиллаштырыу курсы ойошторасаҡ. Ә йәй көнө директорҙар өсөн кампус үткәреләсәк.
 
Съездың икенсе көнө һәм ябыу тантанаһы Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында уҙҙы. Унда ла ҡатнашыусыларҙы мөһим темаларға лекциялар, дискуссия көтә ине. Сараның төп темаһы “Проект эшмәкәрлеге – креатив индустрия мәктәптәрендә белем биреүҙең нигеҙе” тип аталды. Спикер Дамир Байжуминовтың лекцияһы был йәһәттән бик фәһемле булды. Ул проектлау эшендә яһалма интеллектты дөрөҫ итеп ҡулланыу тураһында һөйләне. Әлеге ваҡытта күптәр яһалма зиһен балаларҙың уҡыу сифатын төшөрә, тип уйлай. Яһалма зиһен ҡулланып башҡарылған эште нисек баһаларға, тип баш ватыусылар ҙа бар. Әммә заман башҡа – заң башҡа, бөгөнгө көндә уҡыусылар ҙа, студенттар ҙа уҡыуҙарында уны әүҙем ҡуллана. Тик яһалма зиһен тәҡдим иткән һәр нәмәне шул килеш ҡабул итеү дөрөҫ түгеллеген, тикшереп ҡарарға кәрәклеген аңларға кәрәк. Мәҫәлән, ниңә мин һораған персонажды нәҡ шул төҫтә һүрәтләгән? Һин, бәлки һорау биргәндә күңелһеҙ тигән һүҙҙе ҡулланғанһыңдыр, ә яһалма зиһен быны күк төҫ менән сағыштыра. Үҙеңә, дөрөҫмө был, ҡайҙа тикшереп ҡарарға мөмкин, тигән һорауҙы ла гел бирергә кәрәк. Был яһалма интеллектҡа тулыһынса ышанмаҫҡа һәм факттарҙы тикшерергә мәжбүр итә. Дамир Байжуминов үҙеңә тағы бер һорау биреп ҡарарға тәҡдим итә: ижади эште нисек уникаль, үҙеңдеке итергә? Тимәк үҙ фекереңде өҫтәргә, яһалма интеллекттан ғына күсермәҫкә. Был ижади фекерләүеңде үҫтерә. Бына шулай, дуҫтар, тормош алға бара, яһалма интеллектты бер нисек тә инҡар итә алмайбыҙ, уны дөрөҫ ҡулланырға өйрәнергә кәрәк. Тик барыбер ижадта ла уны ҡулланыу мөмкинлеге эсте бошора.
 
Креатив индустрия мәктәптәре илебеҙҙә йылдан-йыл артасаҡ. Әле 65 төбәктә 113 мәктәп эшләй, 2030 йылға уларҙы 240- тан арттырыу планлаштырыла. Уларҙа 20 меңдән ашыу бала һәләтен үҫтерә аласаҡ. Спортҡа ғына түгел, ижадҡа ла шундай иғтибар булыуы ҡыуандыра.
 
Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.
III съезд Өфөлә үтте
III съезд Өфөлә үтте
III съезд Өфөлә үтте
III съезд Өфөлә үтте
III съезд Өфөлә үтте
III съезд Өфөлә үтте
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас