

Уға ярашлы диверсия, терроризм, емереү йүнәлешендәге енәйәткә ҡағылышы булған үҫмерҙәр 14 йәштән үк яуаплылыҡҡа тарттырыла башлаяасаҡ. Дәүләткә зыян килтереү маҡсатында боҙоҡ эштәргә балаларҙы йәлеп иткән өсөн ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итеү йәки 10, 20 йылға төрмәгә ултыртыу, 500 мең, 1 миллион штраф ҡарала.
Билдәле булыуынса, 2024 йылда бындай енәйәт ҡылыусылар һаны артҡан.
РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко, үҫмерҙәр диверсия йәки бүтән төрлө енәйәт ҡылыуға йәлеп ителеүен, ҡанун ата-әсәләрҙең балаларға ҡарата иғтибарын арттырыуға ла йүнәлтелеүен, уларҙың кемдәр менән аралашыуын, нисек тотоуҙарын, нимәләр эшләүен күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәклеген иҫкәртә.
Енәйәтселәр ғәҙәттә үҫмерҙәрҙе төрлө объекттарҙы емереүгә, боҙоуға социаль селтәрҙәр аша йәлеп итә. Һаҡ булығыҙ!
Фото: dzeninfra.