+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
21 Ноябрь 2025, 08:48

Изгелек донъяны ҡотҡарыр

Рәсәйҙә “Ҡыйыулыҡ ҡумтаһы” хәйриә акцияһы бара.

Изгелек донъяны ҡотҡарырИзгелек донъяны ҡотҡарыр
Изгелек донъяны ҡотҡарыр

“Берҙәм Рәсәй” партияһы тарафынан 13-cө йыл ойошторолған сара 2 декабргә тиклем дауам итәсәк. Маҡсаты – дауаханаларҙа оҙайлы дауалау курсы үткән балаларға бүләктәр йыйыу.

Изгелек акцияһына Өфөләге Әғзәм Фәйзуллин исемендәге 39-сы гимназия коллективы ла тәүгеләрҙән булып берҙәм ҡушылды.

– Гимназиябыҙҙа был акция йыл һайын ойошторола. Балалар быйыл да ҙур теләк менән уйынсыҡтар, китаптар, үҫтереүсе уйындар алып килде. Һәр уҡыусыға рәхмәт. Бәләкәй пациенттар ҡатмарлы процедураларҙан, операциянан һуң ошо ҡумталарҙан үҙҙәренә оҡшаған әйберҙе һайлап алыу мөмкинлегенә эйә. Изгелек эшләргә ашығығыҙ, изгелек донъяны ҡотҡарыр, – тине директор Айгөл Ғәниева бүләктәрҙе тапшырыр алдынан ойошторолған сарала.

–Дауаханаларҙағы балаларға ярҙам итеүебеҙ бик һәйбәт. Ҡыйын ваҡыттарында беҙҙең бүләктәр уларға көс бирер, – ти IV “Б” синыфынан Мәрйәм Мәсәғүтова һәм Риана Ғәзизова.

Ысынлап та, “Ҡыйыулыҡ ҡумтаһы” акцияһының маҡсаты ҙур һәм изге. Ауыр сиргә дусар булып, һынауҙарға юлыҡҡан ҡыҙҙарға һәм малайҙарға бүленгән иғтибар уларға рухи көс бирер.

Әйткәндәй, былтыр акцияла 7 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, барлығы 17 мең тирәһе уйынсыҡ, китап, уйындар, кәнсә тауарҙары йыйылған.

Фото: Э.ӘСӘҘУЛЛИНА.

Изгелек донъяны ҡотҡарыр
Изгелек донъяны ҡотҡарыр
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас