+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
23 Ноябрь 2025, 05:29

"Бөрйән - башҡортомдоң рух бишеге"

26 ноябрь, 17:00 сәғәттә “#Беҙбергә” патриотик-хәйриә акцияһы сиктәрендә “Бөрйән – башҡортомдоң рух бишеге” исемле тамаша баш ҡаланың “Башҡортостан” дәүләт концерт залында уҙасаҡ һәм Бөрйәнебеҙҙең 95 йыллыҡ юбилейына һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арналасаҡ. 

"Бөрйән - башҡортомдоң рух бишеге""Бөрйән - башҡортомдоң рух бишеге"
"Бөрйән - башҡортомдоң рух бишеге"

Ҡәҙерле яҡташтарыбыҙ, хөрмәтле милләттәштәр һәм Бөрйән районын яратыусы барлыҡ республика халҡы! Һеҙҙе быйылғы йылдың иң сағыу байрамы – Бөрйән районының ҙур тамашаһына саҡырабыҙ!  

Фойела тик һеҙҙең өсөн “Баллы Бөрйән” һатыу-күргәҙмәһе урын аласаҡ. Унда, әлбиттә генә, бөтә донъяға үҙенең иң таҙа һәм шифалы булыуы менән дан алған солоҡ балын һәм уның продукцияларын һатыу ойоштороласаҡ һәм, шулай уҡ, данлыҡлы бөрйәндәр менән осрашыу, республикаға билдәле ҡул оҫталарының этностилдәге ҡул эштәрен күреү, алдынғы уғатарҙарыбыҙ, спортсыларыбыҙ, күренекле рәссамдарыбыҙ һәм яҙыусыларыбыҙ менән осрашыу, төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу мөмкин буласаҡ. 

Шулай уҡ, урында яҡташ яҙыусыларыбыҙҙың китаптарын алыу һәм район, республика гәзит-журналдарына яҙылыу ойоштороласаҡ. 

Сараның төп маҡсаты: байрам тамашаһына һатылған билеттарҙың һәм күргәҙмәлә йыйылған килемде бөгөнгө көндә илебеҙ именлеген һаҡлап хәрби бурыстарын үтәгән яҡташтарыбыҙға тапшырыу! 

Әйткәндәй хәйриә концертында рухлы йырҙары менән данлыҡлы йырсыларыбыҙ Әлфиә Юлсурина, Резеда Әминева, Гөлнара Вәлиева, Баязит Байназаров, Венера Юлгилдина, Иҙел Нурғәлин, Зилә Усманова, Раян Алтыншин һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ. Тағы данлыҡлы “Дәрүиш” рок төркөмө, “Гүзәл-данс” бейеү коллективы, “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле, райондың “Ялҡын” бейеү ансамбле, “Йәйғор” вокал ансамбле, “Мәсемташ” ҡурайсылар ансамбле, ДарМан проекты һәм республикаға билдәле ҡурайсыларыбыҙҙың матур сығыштары көтөлә. 

Ә тамашаның тап бөйөк эпосыбыҙ, халҡыбыҙҙың рух бишеге “Урал батыр”ыбыҙға бәйле булыуы, һис шикһеҙ, һәр бер тамашасы өсөн көтөп алынған ҡәҙерле минуттар буласаҡ!

Килегеҙ, тағы ла бер тапҡыр матурлыҡтың, ябайлыҡтың, берҙәмлектең көсөн күрегеҙ, милләттәштәр!

Билеттарҙы интернет кассаларҙа түбәндәге һылтанма аша онлайн алырға була: https://www.ticketland.ru/koncertnye-zaly/gkz-bashkortostan/blagotvoritelno-patrioticheskaya-akciya-s-ispolneniem-patrioticheskikh-pesen-my-vmeste/?nocache 

“Пушкин” картаһы ғәмәлдә!

 

Урал батыр нәҙерен

Онотмағыҙ, бөрйәндәр.

Минең көсөм – шул ерҙә,

Беҙ – бер ерҙән, бер йәндәр!

                                                    Ойоштороу комитеты.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас