

Ҡанун буйынса спорт мәктәбен тамамлаған балаларға ғына һатыласаҡ. Трассаларҙа йөрөү тыйыла. Питбайк ҙур йөк машиналары, автомобилдәр менән бер юлдан йөрөргә тейеш түгел. Спорт инвентаре бит ул, махсус тәғәйенләнгән урындарҙа ғына йөрөргә рөхсәт ителә. Үҫмерҙәрҙең трассаларҙа елдереп, үҙҙәренең һәм башҡаларҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйыуы өлкәндәрҙе шулай уйланырға, ҡәтғиерәк ҡарарҙар ҡабул итергә мәжбүр итә. Ә күпме йәш ғүмерҙәр өҙөлә юл фажиғәләрендә?! Башҡортостанда быйыл юҡҡа ғына "Не рули, малай!" тигән операцияһы ойошторолманы.
Фото: dzeninfra.