+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
27 Ноябрь 2025, 06:23

600 мең һум буласаҡ

Республикала VIII-XI синыф уҡыусыларының башланғыстары буйынса "Уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау" проекты уңышлы эшләй.

600 мең һум буласаҡ600 мең һум буласаҡ
600 мең һум буласаҡ

2025 йылдан балаларҙың инициативаларын тормошҡа ашырыу өсөн ярҙам 600 мең һумға етәсәк. Былтыр 500 мең һум булғайны. Был турала "Башинформ" хәбәр итә.

Өлкән синыф уҡыусылары үҙҙәренең мәктәбендә ниндәй майҙансыҡ булдырырға теләй, шул проекттар өҫтөндә эшләйҙәр. Конкурс, тауыш биреү буйынса иң кәрәклеһе һайлап алына һәм финанслана. Мәҫәлән, 2024 йылда республика уҡыусылары тарафынан 374 ғариза бирелгән, шуларҙың 220-һе төп этапҡа үткән. Балалар ниндәй генә проекттар тәҡдим итмәй: стадион, ял бүлмәһе, тренажер залы, медиастудия... Быйыл да  "Уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау" программаһы буйынса конкурс көсөргәнешле бармаҡсы. 

Фото: com. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас