

Быйылғы йыйын Рәсәй хәрби диңгеҙ пехотаһының 320 йыллығына, төбәк ойошмаһының 21 йыллығына бағышланды.
Слёттың сағыу мәле V синыф уҡыусыларын кадеттар сафына алыу булғандыр. Өфөнөң Совет, Дим, Октябрь, Калинин райондары, Благовещен, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Кушнаренко райондары бүлексәләренән 200-ләп ҡыҙ һәм малай диңгеҙ пехотаһы кадеты антын бирҙе. Антты тантаналы итеп әйтеү хоҡуғы Өфөләге 161-се лицейҙан Ярослав Яковлевҡа бирелде. Кадет исемен лайыҡлы йөрөтөргә, командирҙарҙың, педагогтарҙың, ата-әсәләренең талаптарын үтәргә, уҡыуға яуаплы ҡарарға, кадет хәрәкәтен үҫтереүгә үҙ өлөштәрен индерергә тантаналы ант бирҙе бишенселәр. "Витязь-юниор" хәрби-патриотик кадет үҙәге етәксеһе Олег Галин командирҙарға һәм байраҡ йөрөтөүселәргә танытма һәм диңгеҙ пехотаһы байраҡтарын тапшырҙы. Был тантаналы ваҡиға йәш кадеттарҙың хәтерендә һаҡланыр.
Әлеге ваҡытта республикала 16 бүлексәлә 45 кадет синыфы бар, 1 мең 80 кадет уҡый. Слётта уларҙың иң-иңдәренә вице-хәрби исемдәр бирелде, отличие билдәләре, миҙалдар тапшырылды.
Тантанала Башҡортостан Республикаһы Башлығы ярҙамсыһы Данияр Абдрахманов, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
Республикабыҙҙа төрлө йүнәлешле кадет синыфтары бар. Улар барыһы ла йәш быуында илһөйәрлек, гражданлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.