







Сараға шулай уҡ педагогтар, ата-әсәләр, абруйлы ҡунаҡтар килгәйне.
- Был кадет балы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын байрам иткән йылда, Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылында уҙыуы менән иҫтәлекле. Ҡәҙерле балалар, һеҙ бөгөнгө күркәм тышҡы ҡиәфәтегеҙ асылығыҙға тура килергә тейешлеге тураһында ла онотмаҫҡа тейешһегеҙ. Был һеҙҙең яҡшы уҡыуығыҙҙа, тәрбиәле, тыуған илгә һәм республикаға лайыҡлы булыуығыҙҙа сағыла. Һеҙгә онотолмаҫ тәьҫораттар, яҡшы кәйеф, киләсәк тормошоғоҙҙа барыһы ла уңышлы булыуын теләйем, – тине сығышында Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссары Михаил Блажевич.
Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева киләсәктә был матур сараға республиканың башҡа район һәм ҡалалары кадеттары ла йәлеп ителәсәген белдерҙе. Шулай итеп, Петр I заманында барлыҡҡа килгән романтик йола яңы һулыш ала. Әйткәндәй, кадет корпустарында бейергә өйрәтеү мотлаҡ, буласаҡ офицерҙар бейей белергә лә тейеш, тип һанала.
Бөгөнгө тантанала егеттәр һәм ҡыҙҙар бер нисә вальс башҡарҙы: гранд-марш, полонез, вена фигуралы маршы, падеграс, кадет маршы.
Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге кадет корпусы уҡыусыларының сығышы ла матур булды. Ата-әсәләр һәм ата-әсәләр комитеттары советтары, Өфөнөң йәш педагогтар лигаһы ағзаларының котильон вальсын башҡарыуы байрамға йәм өҫтәне.
Тантана аҙағында кадеттарҙы тәбрикләнеләр. Балдың принцтары һәм принцессалары билдәләнде. Иглиндағы 5-се мәктәптән Әлиә Рәҡипова һәм Өфөләге 116-сы мәктәптән Тимофей Куликов иң-иңдәре булып танылды.
10 декабрҙә Мәскәүҙә X халыҡ-ара Кремль хәйриә кадет балы үтәсәк. Унда Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән һәм төрлө илдәрҙән 3,4 мең кадет ҡатнашыуы көтөлә.
Фото:com.